Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урғаҙа ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Ринат Сәйфетдинов, Рәсүл Һибәтуллин, Ғәҙел Иҫәнгилдин, Булат Буранғолов, Айса Сәлимов, Илмар Муралеевтың яҡындары менән осрашты.
Республика етәксеһе һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре, хәләл ефеттәре һәм балаларының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға яугирҙәр үлгәндән һуң бүләкләнгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
- Ир-егеттәр Тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Уларҙың һәр береһе аҙаҡҡаса үҙ бурысын үтәне. Улар – геройҙар, беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – улар тураһында хәтерҙе һаҡлау. Һеҙ ысын ир-егеттәр, илһөйәрҙәр, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Төп бурысыбыҙ – уларҙы онотмау, хәтерҙәрен мәңгеләштереү, ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балалары тураһында даими хәстәрлек күреү. Иң мөһиме, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ, күптәрегеҙгә ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләргә ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әлбиттә, һәләк булған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – муниципалитет башлыҡтарының тәү сираттағы бурысы. Улар һеҙҙең менән һәр саҡ бәйләнештә булырға, һеҙҙе сараларға саҡырырға, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итешергә, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә тейеш. Республика кардиология үҙәгендә һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһын әҙерләнеләр,- тине ул.
Альбина Шәғәҙәтова, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының урындағы баш социаль координаторы:
- Радий Фәрит улының яугирҙәребеҙҙең яҡындары менән осрашыуы мөһим. Беҙ ҙә улар менән эшләйбеҙ. Ғәзиз балаларын юғалтҡан кешеләргә йыуатыу һүҙҙәре табыуы бик ауыр. Беҙ Ватаны өсөн йәнен фиҙа ҡылған яугирҙәрҙең хәтерен һаҡлаған кеүек, уларҙың яҡындарын да оноторға тейеш түгелбеҙ. Ошондай йылы осрашыу өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Миңһылыу Сәлимова, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе, батырҙарса һәләк булған Айса Сәлимовтың әсәһе:
- Ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәләр генә беҙ ниҙәр кисергәнде аңлай алыр. Ватаныбыҙ өсөн һәләк булған улдарыбыҙҙы һағынып күҙ йәштәре түгеп, ауыр ҡайғынан айный алмаһаҡ, икенсе яҡтан улдарыбыҙ - беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ил өсөн иң ауыр саҡта улар Тыуған ил һағына баҫты. Радий Фәрит улына йылы осрашыу, йылы теләктәре өсөн рәхмәт. Яугирҙәребеҙ тиҙерәк Еңеү яулап, ҡалған балалар имен-һау ғына ҡайтһын.