2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителеү айҡанлы Йомаш ауыл советы, мәктәп коллективы һәм Йәғәфәровтар ғаиләһе менән берлектә МХО-ла хеҙмәт итеп йөрөгән яугирҙәребеҙгә һәм һәләк булған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә,, "Берҙәмлектә көс, беҙ бергә" тип исемләнгән йылды асыу тантанаһын ойошторҙо..
Йомаш ауыл советы хаҡимиәт башлығы Барый Фәйрүз улы, мәктәп директор урынбаҫары Айһылыу Фәхри ҡыҙы,китапханасы Альбина Шөгәйеп ҡыҙы ,сараны алып барыусы Лилиә Вәли ҡыҙы, хәрби оперцияла батырҙарса һәләк булыусы Инйәр Илдар улының туғандарының сығыштарын тыңлау йөрәктәргә үтеп инде...
Сараның икенсе өлөшөндә алты команданан торған егеттәр менән Йомабай Азат улы, Артур Заһир улы, Йәғәфәр Әмир улы етәкселегендә спорт ярыштары уҙҙы. 1-се урынды Баймаҡта йәшәүсе Йомаштар, 2-се урынды Йәғәфәровтар ғаиләһе алһа, 3-сө урынды Аҡморондар яуланы. Ярыш бик сәмле һәм көсөргәнешле барҙы.
Ярат, Юлыҡ, Йомаш егеттәре лә үҙҙәрен һынатманылар, айырым урындарға ла лайыҡ булдылар.
Ярышта еңеүсе командаларҙы, ҡатнашыусыларҙы бүләкләү өсөн финанс ярҙамды Йәғәфәровтар үҙ өҫтөнә алһа, урындағы ойоштороусылар килгән ҡунаҡтарҙы, командаларҙы йылы аштар менән һыйланыҡ.
Илдә тыныслыҡ булһын, әсәйҙәрҙең, балаларҙың күҙ йәштәре таммаһын!