Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Февраль 2025, 03:20

Ватан һаҡсылары йылына арналды

Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә 1-се урынды һәм күсмә кубокты Ниғәмәт ауылының "Салауат" командаһы яуланы.Икенсе урынды Ниғәмәт урамы командаһы алды.Икенсе Этҡолдоң "Таулы" командаһы өсөнсө урынға сыҡты.

Ватан һаҡсылары йылына арналдыВатан һаҡсылары йылына арналды
Ватан һаҡсылары йылына арналды

Ниғәмәт ауылында Ватан һаҡсылары йылына арнап Ниғәмәт ауыл хакимиәте кубогына биләмә командалары араһында быймалы хоккей буйынса ярыштар үтте.Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә 1-се урынды һәм күсмә кубокты Ниғәмәт ауылының "Салауат" командаһы яуланы.Икенсе урынды Ниғәмәт урамы командаһы алды.Икенсе Этҡолдоң "Таулы" командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Самат Утарбаев - "Иң оло уйынсы", Данияр Абайдуллин - "Иң оҫта уйынсы", Мансур Таһиров - "Иң яҡшы һаҡсы", Рәфил Кашапов - "Иң яҡшы ҡапҡасы", Айнур Ғүмәров - "Иң яҡшы һөжүмсе", Бөрйән Мусин - " Иң йәш уйынсы", Усман Күсеев "Иң шәп көйәрмән" булып танылды.
Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев еңеүсе командаларҙы һәм уйынсыларҙы тәбрикләп, уларға Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы."Хакимиәттең планына ярашлы бындай спорт саралары артабан да маҡсатлы дауам итәсәк, - тине ул.-Һәр ауылда ла ошондай хоккей ҡумталары булдырып, ярыштарға балаларҙы ла йәлеп итһәк, хоккей спортын үҙебеҙҙә үҫтереүгә тос өлөш индерер инек".

Ватан һаҡсылары йылына арналды
Ватан һаҡсылары йылына арналды
Ватан һаҡсылары йылына арналды
Ватан һаҡсылары йылына арналды
Ватан һаҡсылары йылына арналды
Ватан һаҡсылары йылына арналды
Ватан һаҡсылары йылына арналды
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас