+21 °С
Болотло
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Бархат» позывнойлы яугир үҙенә ҡурай ебәргән Темәс ауылы егете менән осрашты. Илнар бөгөн Сибай ҡалаһында күп профилле колледжда уҡый.
Яугир Илнарға ҙур рәхмәтен белдереп, күстәнәстәр тапшырҙы. Яуҙа яуҙаш, юлда юлдаш итеп һәр ваҡыт ҡурайын бергә алып йөрөгән «Бархат»тҡа именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!
Имен-һау, Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр!