Новости
1 Февраль 2025, 05:35

Февраль да етте

Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә. Ошо һынамыш хаҡ булырмы? Нисек уйлайһығыҙ?

Февраль да еттеФевраль да етте
Февраль да етте

Беренсе февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә – яҙ һуңға ҡалып килер

Февраль – бүреләрҙең туй айы.

Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.

Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа», - тип әйтер, имеш.

Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.

Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.

Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.

Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас