Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Ғинуар 2025, 13:20

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Епшек ҡар, боҙлауыҡ фаразлана...

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй буласаҡ?Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр, урыны менән боҙлауыҡ, томан фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус. 

Шәмбе, 1 февралдә, республикала урыны менән бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ +2, -3 градус.

Йәкшәмбе, 2 февралдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән епшек ҡар, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ +2, -3 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас