Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 31 хәбәр килгән.
Өфөләге 7-се полиция бүлегенә 49 йәшлек шәхси эшҡыуар мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын инвестициялау тураһындағы вәғәҙәгә ышанып мутлашыусыларға 13,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын күсергән. Зыян күреүсенең әйтеүенсә, уҙған йылдың авгусында ул интернет селтәрендә бер акцияға аҡса һалыу юлы менән еңел эш хаҡы тураһында иғлан күргән. Ҡатын күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн аҡса эшләргә ҡарар итә. Ғариза биреүсе менән йәнәһе лә инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инә, улар уға платформала теркәлергә һәм тәүге түләүҙәрҙе индерергә ярҙам итә. Биш ай дауамында ҡатын ҙур суммаларҙы, шул иҫәптән кредитҡа алынғандарын да индергән һәм килемдең көн һайын икеләтә артыуын күҙәткән. Ул үҙенең аҡсаһын һәм килемен сығарырға маташҡанда, бер нәм килеп сыҡмай. Ҡатын алданғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Инвестиция мутлашыусыларының тағы бер ҡорбаны-84 йәшлек Өфөлә йәшәүсе. Пенсионерға билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Әңгәмәсе үҙен Мәскәү ҡалаһынан ҙур бизнесмен тип таныштыра һәм аҡса эшләүҙә ярҙам итергә тәҡдим итә. Шылтыратыусы пенсионерҙың булған аҡсаһын алдан белеп ҡала һәм артабан бөтә банк операцияларын үҙе үткәреү өсөн уларҙы курьерға тапшырырға күндерә. Тәҡдим менән ҡыҙыҡһынған пенсионер, енәйәтсенең күрһәтмәһе буйынса, 1,5 миллион һум самаһы сумма әҙерләй һәм уларҙы билдәһеҙ ҡатынға тапшыра. Әммә бынан һуң «бизнесмен» бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай.
Таныш булмаған кешеләрҙең билдәһеҙ иҫәптәренә аҡса ебәрмәгеҙ, әгәр мутлашыусылар шылтыратһа, телефонды һалығыҙ!