Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Ғинуар 2025, 09:55

Сит ил кешеһе ундан артыҡ сим-карта алырға тейеш түгел

Әгәр сим-карта 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем рәсмиләштерелһә, элемтә операторы менән килешеүҙе 2025 йылдың 1 июленә тиклем яңынан рәсмиләштерергә кәрәк

1 ғинуарҙан мобиль элемтә хеҙмәттәре өсөн килешеү төҙөү өсөн сит ил кешеләре һәм гражданлығы булмаған кешеләр үҙ шәхесен Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм берҙәм биометрик системала раҫларға тейеш.

Әгәр сим-карта 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем рәсмиләштерелһә, элемтә операторы менән килешеүҙе 2025 йылдың 1 июленә тиклем яңынан рәсмиләштерергә кәрәк. Әгәр быны эшләмәһә, симка эшләүҙән туҡтай. Үҙгәрештәр сим-карталар һанына ла ҡағыла бер сит ил кешеһе йәки гражданлығы булмаған кеше өсөн 10 – дан артыҡ түгел.

Сикләүҙәр дипломатик хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, халыҡ-ара ойошмаларҙың вазифалы кешеләренә ҡағылмай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас