Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Ғинуар 2025, 07:50

Февралдә көн ... тағы ла йылыта

Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -3, +2 градус...

Февралдә көн ... тағы ла йылытаФевралдә көн ... тағы ла йылыта
Февралдә көн ... тағы ла йылыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус.

31 ғинуарҙа, ҡар һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -3, +2 градус.

1 февралдә йәнә бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар, көндөҙ урыны менән яуым-төшөм фаразлана. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -3, +2 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас