+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда респиратор инфекциялар менән ауырығандар 12,9 процентҡа артыуы билдәләнде. Респиратор инфекциялар грипп вирусы булмаған этиологиялы вирустарҙан барлыҡҡа килә, әммә грипп вирустарының да әүҙемлеге арта бара, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың Телеграм-каналы.
Күберәк 7 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар ауырый.
"Ата-әсәләр, баланың хәле насарайған һәм инфекцион ауырыу билдәләре барлыҡҡа килгән осраҡта, уны мәктәпкә һәм секцияларға ебәрмәгеҙ. Медицина ярҙамы һорап табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Был ОРВИ һәм грипп ауырыуҙарын асыҡлау маҡсатында лаборатор тикшереү өсөн дә кәрәк», — тип мөрәжәғәт иттеләр ведомствола.