Новости
29 Ғинуар 2025, 07:37

Фермер ысын егетлек күрһәтте

...

Кәрешкә ауылынан Линар Әхмәтов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы районда тотороҡло эшләүсе, төп тармаҡтарҙы үҫтереүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүсе предприятиеларҙан һанала. Хужалыҡ һыйыр малы, йылҡы үрсетеү, иген культуралары үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә, уларҙан һәйбәт табыш ала. 

Әле хужалыҡта 110 баш һыйыр малы аҫралып, шуның 70 башын һауын көтөүе тәшкил итә. Бөгөн төп көс хужалыҡта малды имен ҡышлатыу, продукция етештереүҙе арттырыуға  йүнәлтелгән.

“Л.Ф. Әхмәтов” КФХ-һы Татлыбай ауыл биләмәһенең социаль үҫешенә тос өлөш индерә, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә, кешене эш менән тәьмин итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә һәр саҡ ихлас ҡушыла Әхмәтовтар ғаиләһе. Күптән түгел уңған фермер МХО-лағы яугирҙәребеҙ өсөн ҡорбан салып, 90 банка тушенка һәм туңдырылған ит әҙерләне. Был изге эште атҡарыуға фермер хужалығы һәм урындағы мәктәп коллективы тос өлөш индерҙе. 

“Мәрхәмәтлек сараһында ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт! Посылкалар, күстәнәстәр алғы һыҙыҡҡа именаман барып етеп, яугирҙәребеҙҙең беләктәренә көс, үҙҙәренә яҡшы кәйеф, рух ныҡлығы өҫтәһен. Утлы ғәрәсәт тиҙерәк тамамланһын, ир-егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!” – ти Линар Фирғәт улы.
А. Мөхәмәтшин. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас