+24 °С
Ямғыр
"Һаҡмар" гәзите иғлан иткән Яңы йылға арналған шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһалды. Беренсе урынға - Иҫәнбәттән Гөлзифа Исрафилова, икенсегә - Таулыҡайҙан Мәзүнә Күсәрбаева, өсөнсө урынға Мерәҫтән Мәрйәм Килдейәрова һәм Икенсе Этҡолдан Көнһылыу Сөләймәнова лайыҡ булды. Бөгөн беҙ уларҙы тәбрик итеп, Почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙыҡ. Үкенескә күрә, беренсе урынды алған еңеүсебеҙ килә алманы. Беҙ уға бүләкте мотлаҡ алып барып тапшырасаҡбыҙ.
Тағы бер ҡыуаныслы мәл - "Һаҡмар" гәзитенә оҙайлы йылдар яҙышҡан һәм уны яҙҙырыуға-таратыуға күп көс һалған Хазина Исҡужинаға йәмәғәт хәбәрсеһе таныҡлығы тапшырылды.
Афарин барығыҙға ла, ҡотлайбыҙ!