Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға 8 миллион һумдан ашыу аҡсаһын күсергән.
Бер осраҡ Салауат ҡалаһында булған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, полицияға 60 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ир һөйләүенсә, мессенджерҙарҙың береһендә уға Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килгән. Телефондағы тауыш ҡала кешеһенә иҫәпкә алынмаған эш йылдары өсөн пенсияны яңынан иҫәпләргә кәрәклеген белдерә һәм смс-кодты хәбәр итеүен һорай. "Белгескә" ышанып, ул смс-кодты әйтә. Һуңыраҡ ир менән йәнәһе лә банк вәкилдәре бәйләнешкә инә, улар билдәһеҙ кешеләрҙең уның исеменә кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр итә. Шикле операцияларҙы булдырмау өсөн енәйәтселәр зыян күреүсене бөтә булған аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә.
Ир уларға 3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын күсерә, шуларҙың 2,5 миллион һумы шәхси тупланмалар, тағы ла 450 мең һумдан ашыуы кредит аҡсаһы була.
Һаҡ булайыҡ! Алданмайыҡ!