+21 °С
Болотло
Аҙна һайын «Ангел Хранитель» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн хәйриә лотереяһы үткәрә. Бөтә йыйылған аҡса яугирҙәр иҫәбенә йүнәлтелә.
Сираттағы отошта ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев шөрөп борғос отто. Радмир Фитрат улы уны ҡыйыу яугирҙәребеҙгә шатланып тапшырҙы.
Беҙ яҡлаусыларыбыҙға ярҙам итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Берҙәм көс Еңеү килтерер!