+21 °С
Болотло
Белорет районында Өфө — Инйәр — Белорет юлының 172-се саҡрымында авария өс кешенең ғүмерен өҙгән.
Өфө яғына барған "Лада Приора" менән ҡаршы килгән "Фольксваген Поло" бәрелешкән. "Лада" водителе һәм пассажиры урында уҡ һәләк була, тағы ла ике пассажир дауаханаға оҙатыла. "Фольксваген" пассажиры дауаханаға оҙатылғанда вафат була.
Юл-транспорт ваҡиғаһында Өфө журналисы-36 йәшлек Светлана Сибикина һәләк була. Ул "Фольксваген" салонында була
Шулай уҡ һәләк булыусылар араһында Әбйәлил районынан ғашиҡ пар ҙа бар. Улар "Лада" машинаһында була. Бикҡол ауылынан 23 йәшлек егет Һәм Сәйетҡол ауылынан 24 йәшлек ҡыҙ Ҡазанға юл тотҡан була.
Һәләк булғандарҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.