Новости
27 Ғинуар 2025, 14:40

«Блокадалы икмәк»

27 ғинуар - Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө, илебеҙҙең героик тарихында мөһим даталарҙың береһе... Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

27 ғинуар-Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө, илебеҙҙең героик тарихында мөһим даталарҙың береһе. 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем 872 көн дауамында Ленинградты һаҡлаусылар, уның халҡы һәм совет яугирҙары үҙ иле өсөн батырҙарса көрәшә. Бөйөк ҡала халҡының берҙәмлеге, патриотизм, ныҡлы рух һәм еңеүгә ышанысы уларға ҡаты шарттарҙа иҫән ҡалырға ярҙам итә. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы 5-се мәктәп уҡыусылары директор кәңәшсеһе Я.М. Абдуллина, өлкән вожатый Я. К. Аралбаева менән берлектә «Блокадалы икмәк» хәтер акцияһын ойошторҙо. «Блокада икмәге» акцияһы Бөйөк Ватан һуғышының ҡот осҡос ваҡиғаларын кисергәндәргә тарихи хәтерҙе һәм ихтирамды һаҡлауҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Ул шулай уҡ берҙәмлеккә саҡыра, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм иң ҡатмарлы хәлдәрҙә кешелекте һаҡларға мөмкинлек бирә. #БлокадаИкмәге#ХәтерМәңгелек #2025_ВатанҺаҡсыларыЙылы #БеҙБергә Венера Ҡасҡынова, Баймак ҡалаһының 5-се мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.

«Блокадалы икмәк»
«Блокадалы икмәк»
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас