Новости
27 Ғинуар 2025, 12:10

Һауа торошо боҙола

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда боҙло ямғыр яуасаҡ...

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда боҙло ямғыр яуасаҡ. БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, шулай уҡ боҙлауыҡ, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы фаразлана. Юлдарҙың айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк буласаҡ.

"Водителдәр, юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һәм автотранспорт саралары араһындағы араны һаҡлағыҙ. Йәйәүлеләр таймаған аяҡ кейемен әҙерләгеҙ, һаҡ ҡына хәрәкәт итегеҙ, ашыҡмағыҙ», — тип кәңәш бирҙеләр ведомствола.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас