Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Ғинуар 2025, 06:25

Имтихандарҙы үҙгәртергә уйлайҙар

Был 9-сы кластарға ҡағыла

Февралдә РФ Дәүләт Думаһы 9-сы класты тамамлағас, йомғаҡлау аттестацияһы ҡағиҙәләрен үҙгәртеүҙе ҡараясаҡ. Парламентта аңлатыуҙарынса, әгәр сығарылыш уҡыусыһы техникумда йәки колледжда уҡыуын дауам итергә ниәтләһә, рус теле һәм математика буйынса имтихандарҙы ғына ҡалдырып, ГИА — ны ике өҫтәмә предмет буйынса тапшырыуҙы туҡтатырға тәҡдим ителә.

Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ростов һәм Төмән өлкәләрендә, Төньяҡ Осетияла — Аланияла пилот проекты эшләй башлаясаҡ. Әгәр был тәжрибә һөҙөмтәле булһа, артабан уны бөтә ил буйлап таратасаҡтар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас