

Темәс мәҙәни йортонда Темәс ауылының, райондың һәм республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт тормошона ҙур өлөш индергән һәүәҫкәр композитор , оҫта баянсы ауылдашыбыҙ Римма Сәғит ҡыҙы Вәлиеваға арналған “ Балҡыштарҙан торған ғүмер “исемле Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһе үткәрелде.
Кисәгә Сибай,Баймаҡ ҡалаһынан мәғариф, мәҙәниәт, йәмәғәт вәкилдәре, китапханасылар, Римма Сәғит ҡыҙын яҡындан белгән фекерҙәштәре, дуҫтары, туғандары яҡты иҫтәлектәре менен уртаҡлашырға, иҫкә алырға тип килгән ҡунаҡтар ҡатнаштылар. Ул донъяға киң ҡарашлы, тормош һөйөүсән, эшһөйәр, бөхтә, изге күңелле, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңә белгән, яңылыҡҡа ынтыла һәм булғанына шөкөр итеп ғүмер итеп йәшәне лә инде.
Рима Сәғит ҡыҙы 1956 йылдың 5 октябрендә Бетерә ауылында Валентина Василь ҡыҙы һәм Сәғит Йыһанур улы Ғүмәровтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән. Бетерә ауылы тәбиғәттең иң матур,хозур урынында урынлашҡан. Шуғалырҙа Рима Сәғит ҡыҙына бала саҡтан ошо матурлыҡ тыуған илгә һөйөү,уға хеҙмәт итеү һәм уны яратыу тойғолары биргәндер.
Ауыл мәктәбенең һигеҙенсе синыфын тамамлағандан һуң , Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас хеҙмәт юлын Икенсе Этҡол мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. Ошо ваҡыттан башлап ул үҙенең яратҡан , ғүмер буйына тоғро ҡалған эше менән йәшәй башлай. 2- Этҡол ауылында уҡ йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша һәм тәүге уңыштар яулай башлай. 1979 йылда тыуған ауылы Бетерәгә ҡайта .Мәктәптә китапханасы , өлкән вожатый булып эшләй.Бетерә ауылында эшләгән осорондала йыр-моңдан ,сәнғәт эшенән айырылмай.Бетерә мәктәбе ул эшләгән йылдары район ,республика кимәләндә ҙур уңыштарға ирешә.
Талантлы,бар яҡтан да өлгөлө Рима Сәғит ҡыҙын 1991 йылда Темәс мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар.Ошо ваҡыттан башлап ул үҙенең яҙмышын Темәс ауылы менән бәйләй. Рима Сәғит ҡыҙы тормошто ныҡ яратты,бөтә яҡтанда таланлы кеше булды.Уның репертуары үҙенә генә хас бай йөкмәткеле , олоһонала –кесеһенәлә ,төрлө тамашасыға йөрәгенә үтеп инмәле булды.Ул лирик,йәки шаян йырҙар башҡарһынмы үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә ине.Теләһә ниндәй көйҙөлә еңел генә баяны менән үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡара алды.Уның сағыу ,ҡыҫҡа ғүмере сәнғәт һәм йыр –моң менән ,сәнғәтте яратҡан халыҡ менән дуҫтары менән үрелеп барҙы. Ул эшләгән дәүерҙә мәҙәниәт усағы гөрләп торҙо. Мәҙәниәт усағынан тыш ул никах туйҙарын ,төрлө халыҡ йолаларын үткәреүҙелә үҙенә генә хас тырышлығы менән ҡайнап йөрөп эшләнелә ,эшләне.
Миңзәлә ӘҮӘЛБАЕВА.