-11 °С
Болотло
Матур йолаға ярашлы, "Һаҡмар" гәзитенә 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыуға йомғаҡ яһалды. Был сара йылына ике мәртәбә, яҙылыу кампанияһы тамамланыу менән, эшләнә.
Шулай итеп, ауыл биләмәләре араһында беренсе урынды Таулыҡай ауыл биләмәһе яуланы! Афарин!
Икенсе - Ниғәмәт, Ярат, Ишбирҙе, Беренсе Этҡол, өсөнсө урынға Ишмөхәмәт, Темәс, Мерәҫ, Татлыбай ауыл биләмәләре яуланы. Афарин!
Почтальондар араһында беренсе урынды Ишдәүләт Рәсүлев яулап, супер приз - робот саңһурҙырғысты отто.
Шулай уҡ әүҙем эшләгән почтальондар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре билдәләнде. Афарин!
Рәхмәт, дуҫтар! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Тулы мәҡәләне "Һаҡмар" гәзитендә уҡығыҙ!