Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 09:40

Республикала лотерея отоусылар арта

Көндө яҡшы яңылыҡ менән башлайыҡ. Ошо көндәрҙә генә 4 кеше лотерея уйынында юғары сумма отҡан. Ҡотлайбыҙ! Үҙ мәнфәғәтегеҙгә яҙһын!

Башҡортостанда йәшәүсе дүрт кеше лотереяла аҡса отҡан. Улар билеттарҙы ҡушымтанан һатып алған. «Столото» мәғлүмәттәре буйынса, 16 ғинуарҙа республиканан бер кешегә бәхет йылмайҙы — ул суперприз — 573 578 һум отто, әммә ҡабатланған ставка арҡаһында еңеү 617 858 һумға тиклем артҡан. Икенсе көндө Башҡортостанда тағы бер кеше 93 083 һум отҡан, һәм ҡабатланған ставка ярҙамында сумма 94 583 һумға тиклем артҡан. 18 ғинуарҙа беҙҙең төбәктән ҡатнашыусы 50 мең һумға эйә булды. Был сумма ла ҡабатланған ставка арҡаһында 78 380 һумға тиклем арта. Бынан алда Башҡортостанда йәшәүсе лотереяла 22 миллион һумдан ашыу отҡайны. Суперприз 17 ғинуарҙа уйнатылған. Билдәле булыуынса, ҡатнашыусы сайттың мобиль версияһынан 500 һумға билет һатып алған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: