Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар , 20:10

Ишейҙән һөйөнөслө хәбәр

Ишей ауылы халҡы МХО яугирҙәренә массетка үреү өсөн материал ҡырҡа торған станоклы булдыҡ.

Ишейҙән һөйөнөслө хәбәр
Ишейҙән һөйөнөслө хәбәр

- Ниһайәт беҙҙә, Баймаҡ районы, Ишей ауылы халҡы МХО яугирҙәренә массетка үреү өсөн материал ҡырҡа торған станоклы булдыҡ. Север тарафтарында эшләп йөрөгән, әлеге мәл ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан ауылдаш егетебеҙ, Йосопов Айгиз үҙ ҡулдары менән станок эшләп биреп ҡыуандырҙы. Бөгөнгө көн ленталар ҡырҡыу, уларҙы кәтүктәргә урау эшен башлап ебәрҙек. Иртәнге көн сеткабыҙҙы үрә лә башларбыҙ тигән изге ниәттәбез. Ялға ҡайтҡан һайын ярҙам итеп торған, әлеге ялында станок эшләп, материалыбыҙҙы ҡырҡышып күп кенә башҡа эштәребеҙгә ярҙам итеп, изге эшебеҙгә үҙ өлөшөн индергән йәш ауылдашыбыҙға эшендә уңыштар теләйбеҙ, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ишейҙәр. 

Афарин!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: