-11 °С
Болотло
Бөгөн район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Әбделкәрим ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты. Осрашыуға Әбделкәрим, Ҡыуат, Алғаҙы халҡы килеп, һорауҙарын һәм теләктәрен яңғыратты. Кешеләр газ үткәреү, клуб хеҙмәткәре штатын булдырыу, берәҙәк эттәр, ауылдарға төлкөләрҙең үтеп инеүен, мәктәп спортзалында ауыл йәштәре өсөн секциялар асыу, демография, һыуһаҡлағыс, ағас ҡырҡыу, янғын һүндереү машинаһын алыу һ.б. мәсьәләләрҙе күтәрҙе.