Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар , 09:00

Алдағы көндәрҙә ҡаты һыуыҡтар һәм көслө ел көтә

Төндә -22,-27°, аяҙытҡанда -32°, көндөҙ -12,-17°С

Алдағы көндәрҙә ҡаты һыуыҡтар һәм көслө ел көтә
Алдағы көндәрҙә ҡаты һыуыҡтар һәм көслө ел көтә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һыуыҡтар һәм көслө ел фаразлана.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн көндөҙ һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй, көнсығышта бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -15,-20°тәшкил итәсәк.

23 ғинуарҙа шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -22,-27°, аяҙытҡанда -32°, көндөҙ -12,-17°күрһәтәсәк.

Йома урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -14, -19°, аяҙытҡанда -24°тиклем, көндөҙ -9, -14°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: