+21 °С
Болотло
Быйыл Башҡортостанда балалар араһында пневмония менән сирләү осраҡтары артыуы күҙәтелә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Лилиә Козырева UfaNovosti порталы журналисы менән әңгәмәлә бының нимә менән бәйле булыуын аңлатты.
- Бер генә аңлатма — метаплазманың мутацияһы. Әлбиттә, был йыл һайын күҙәтелә, әммә был юлы улар бигерәк агрессив. Быйыл балалар һәм үҫмерҙәрҙе пневмониянан һаҡлау эше ныҡлап алып барған урында ла пневмонияның көсәйеүе күҙәтелә, - ти Лилиә Козырева.