Новости
21 Ғинуар 2025, 07:10

Балалар уҡымаясаҡмы?

Республикаға ҡаты һыуыҡтар килә

Балалар уҡымаясаҡмы?Балалар уҡымаясаҡмы?
Балалар уҡымаясаҡмы?

Метеорологтар фаразлауынса, яҡын арала Башҡортостанда һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

Ныҡ һалҡында мәктәп уҡыусылары мәктәпкә йөрөмәй.

- башланғыс кластарҙа-ауыл мәктәптәрендә дәрестәр нулдән түбән 23 С температурала, ҡала мәктәптәрендә — 25 С ;

- 5-9 кластар ауыл мәктәптәрендә - 25, ҡала мәктәптәрендә - 27 градус;

— юғары кластар ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары -30 С , ҡала мәктәптәренең -  32 градуста дәрескә бармаҫҡа мөмкин.

Мәктәптәр барыбер эшләй һәм көслө һыуыҡтар арҡаһында дәрестәргә йөрөүҙе туҡтатыу тураһында ҡарарҙы һәр мәктәп һауа шарттарын иҫәпкә алып үҙаллы ҡабул итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас