Шундай тулҡынландырғыс осрашыу. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан йәш, әммә ҡуш йөрәкле батыр “Кәрим” беҙгә, редакцияға ҡунаҡҡа килде. Хәрби хеҙмәттән ҡайтып, һигеҙ генә ай ял итеп өлгөргән, мобилизация буйынса ҡулына ҡорал алырға мәжбүр булған. Дүрт тапҡыр яраланған. Батыр егеткә ҡаһарманлыҡтары өсөн дүрт дәүләт наградаһы тапшырылған. “Батырлыҡ өсөн”, Суворов” “Батырлыҡ” I һәм II дәрәжә миҙалдары менән бүләкләнгән.
“Кәрим”гә “Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләбеҙ республика ирекмәндәр үҙәгенең Баймаҡтағы филиалының уңған ҡыҙҙары теккән толстовка менән шапка тапшырылды.
“Кәрим” бөгөн яраланыуы сәбәпле, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. “Мине унда көтәләр, егеттәргә кәрәкмен”, аяҡҡа баҫҡас та кире барасаҡмын”, - тине ул хушлашҡанда.