+21 °С
Болотло
Уҙған аҙнала Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырығандар һаны 69-ға еткән. Бөгөн бөтәһе 709 кеше амбулатор, 92 кеше дауаханала дауалана. Вирус таралыу коэффициенты 0,9. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
Уҙған аҙнала 322 ашығыс ярҙам бригадаһы 23 меңгә яҡын юлға сыҡҡан, уларҙың 92 проценты пациенттарға 20 минут эсендә барып еткән. Табиптарҙы өйгә 19,35 мең тапҡыр саҡырғандар. Шулай уҡ 674,5 мең кеше табиптарға ҡабул итеүгә яҙыла (бер аҙна элеккегә ҡарағанда 152 меңгә күберәк).