+21 °С
Болотло


Республика халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам күрһәтеүе дауам итә.
Ошо көндәрҙә Түбәнге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре ойошма етәксеһе Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы Хәсәнованың йылы йортона йыйылып, яу яланындағы егеттәребеҙгә үҙебеҙҙең яҡтың ризыҡтарын -талҡан һәм сәк-сәк әҙерләне.
"Милли ризыҡ тәнгә, йәнгә дауа", - тигәндәй, был ризыҡтар һалдаттарыбыҙҙың тәндәренә сихәт, йәндәренә күңел күтәренкелеге, рух ныҡлығы, бөйөк Еңеүгә ынтылыш, көс-дәрт һәм илһам биреп торһон, тип иң изге, иң саф теләктәрен теләне ағинәйҙәр. Амин, шулай булһын, әйткәнегеҙ килһен, тиҙҙән, бик тиҙҙән Еңеү тигән оло һүҙҙе ишетергә яҙһын!