+21 °С
Облачно
Белоретта Уҡытыусылар скверында скульптураға зыян килтергән вандалдарҙың ата-әсәләренә 15-әр мең һум штраф һалынды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инцидент 2024 йылдың ноябрь аҙағында булды. 10-14 йәшлек үҫмерҙәр Уҡытыусыға ҡуйылған яңы скульптураны боҙа һәм прожекторҙарҙы ватырға маташа. Зыянды ҡала хакимиәте баһаланы. Видеояҙмалар ярҙамында полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала хулигандарҙың шәхесен асыҡлана. Уларҙы иҫәпкә ҡуйғандар.