+21 °С
Облачно
Республиканың баш дәүләт инспекторы үҙенең ТЕЛЕГРАМ - каналында хәбәр итеүенсә, көндөҙгө сәғәт биш тирәһендә Стәрлетамаҡ-Красноусол автомобиль юлының 34-се километрында бер-береһенә ҡаршы килгән «Лада Гранта» һәм «Киа Рио» бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡағаһы һөҙөмтәһендә "Лада Гранта"лағы 9 йәшлек бала алған йәрәхәттәренән авария урынында һәләк булған, уның 39 йәшлек әсәһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Сит ил автомобилендә булған туғыҙ һәм алты йәшлек ике балаға ла табиптар ярҙамы кәрәк була. Авария факты буйынса тикшереү үткәрелә, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.