+24 °С
Ямғыр
Алдағы өс көндә Башҡортостанда көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5°.
Шишәмбе төндә ҡар, көндөҙ бер аҙ. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -7, -12°, көндөҙ -17, -22° тиклем түбәнәйә.
Шаршамбы төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -18, -23° аяҙытҡанда -28° тиклем,көндөҙ -15, -20°.