+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанға тағы йылы килә.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 20 ғинуарҙа республикала болотло һауа торошо көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр. Һауа температураһы төндә -4, -9°, көндөҙ 0, -5°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында ҡарҙа күреү мөмкинлеге насарая; төндә һәм иртән томан.