Тәүлек эсендә Башҡортостан халҡы мутлашыусылар арҡаһында 10 миллион һум самаһы юғалтҡан. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә 59 йәшлек ҡатын ялған инвесторҙарға 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән (шуның 150 меңе-кредит). Аферистар уның танышына (56 йәш) сыға, ул, ярҙам итергә теләп, тағы ла 1,5 миллион һум (1 миллиондан ашыу кредит) юғалта.
Салауатта 55 йәшлек ир энергокомпания һәм "хоҡуҡ һаҡлау органдары"хеҙмәткәрҙәренә 600 меңдән ашыу һәм 1,1 миллиондан ашыу кредит аҡсаһын биргән.
Өфө районында йәшәгән 85 йәшлек ҡатын, <маркетплейс хеҙмәткәренә> смс кодтарын еткереп, 1 миллион һум юғалтҡан.
Эске эштәр министрлығы сит кешеләрҙең шылтыратыуҙарына ышанмағыҙ, тип иҫкәртә. Шәхси мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ һәм аҡса күсермәгеҙ