<Нур> магазинында махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәребеҙгә ярҙам йыйыла. Был изге эште Кирамова Эльвира Хөрмәт ҡыҙы ойоштора. Ир-егеттәребеҙгә бөгөн дә ярҙам килтергән кешеләргә мең рәхмәтен еткерҙе ул.
- Группалашым Салихова Рамиля Шамил ҡыҙы өр-яңы юрғандар алып килеп китте. Мансурова Мәтүрә Зәйнулла ҡыҙы бирсәткәләр бәйләп алып килде.
Бер ағай ингән һайын яугирҙәребеҙгә посылкаларҙы төрөп торған саҡҡа тура килә ине. Бөгөн ошо ағай 10 мең һум аҡса бирҙе. Биш мең һумын кире бирәм тиһә лә алманы. Уға беҙ кәрәк-яраҡтар һатып алдыҡ. Беҙҙә булмаған әйберҙәрҙе ирем икенсе урындан барып һатып алып килде. Яунирҙәребеҙгә тип аҡсаһын биргән Владимир Игоревичҡа рәхмәт! Большое спасибо, дай Аллаһ вам долгой, СЧАТЛИВОЙ ЖИЗНИ!
Рәжәпова Сабира Тәлғәт ҡыҙы сәк-сәктәр алып килде. Бөгөн дә ярҙам алып килгән Маликова Ләлә Ишбулды ҡыҙына зур рахмат.
Иртәнсәктән ошо Баймаҡ егетенә, ярҙамдан юрғандарын, быймаларын тотоп Ҡудашева Гөлшат Әүхәҙей ҡыҙына ҙур рәхмәт.
Азаматовтар ғаиләһе - Урал Миҙхәт улы, кәләше Миләүшә Ринат ҡыҙы - ҙур ҡумта менән тәмлекәстәр алып килде. Аллаһы Тәғәләнең сауабы насип булһын!