Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре пенсионерҙы миллион һум самаһына алданыуҙан ҡотҡарған. Ваҡиға Стәрлетамаҡта булған.
Сауҙа үҙәгендә дежурҙа булғанда полиция хеҙмәткәре Илмир Хисаметдинов банкомат янында, тирә-яғына ҡарап, телефон аша һөйләшкән, ныҡ тулҡынланған иргә иғтибар итә. Ул шул тиклем көйәләнә, хатта терминалға картаны ла индерә алмай. Полиция хеҙмәткәре финанс операцияһын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә тәҡдим итә. Иҫәптә 800 мең һумдан ашыу аҡса күреп, хоҡуҡ һаҡлаусы граждандың аҡсаны аферистарға күсереү өсөн алыуын аңлай. Полицейский таныҡлығын күрһәтә һәм пенсионерҙы банкоматтан алып китә. Зыян күреүсе билдәһеҙ кешенән шылтыратыу килеүе тураһында һөйләй, ул үҙен кеҫә телефоны операторы компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм сим-картаның килешеүен оҙайтырға тәҡдим итә. Артабан уны алдап Госуслуги хеҙмәтенә индерәләр һәм ашығыс рәүештә 800 мең һумдан ашыу аҡсаны <хәүефһеҙ иҫәп> күсерергә ҡушалар.
Хоҡуҡ һаҡсыһы пенсионерҙы ҙур суммаға алданыуҙан ҡотҡара.
Һаҡ булығыҙ!