Новости
17 Ғинуар 2025, 05:10

Һыуыҡтар килә

Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса,  -22 градусҡа тиклем төшәсәк...

Һыуыҡтар киләҺыуыҡтар килә
Һыуыҡтар килә

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошонан һуң һыуыҡтар ҡайта.

Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса,  -22 градусҡа тиклем төшәсәк.

Бөгөн, 17 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын. Көндөҙ термометр бағанаһы -9,-14 градус күрһәтәсәк.

18 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Төндә температура -11, -16 градусҡа тиклем төшә, аяҙ көндәрҙә -17, -22 градусҡа тиклем булыуы ихтимал, көндөҙ -6 -11 градус булыуы көтөлә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас