Новости
17 Ғинуар 2025, 14:45

Юл тайғаҡ буласаҡ

Иртәгә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -12, -17°, аяҙытҡанда -18, -23°, көндөҙ -7, -12°.

Юл тайғаҡ буласаҡЮл тайғаҡ буласаҡ
Юл тайғаҡ буласаҡ

18 ғинуарҙа көндөҙ Башҡортостанда урыны менән боҙлауыҡ көтөлә.

Башгидромет фаразы буйынса, шәмбе урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -12, -17°, аяҙытҡанда -18, -23°, көндөҙ -7, -12°.

19 ғинуарҙа бер аҙ ҡар, көндөҙ төньяҡта уртасаға тиклем, урыны менән боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11°, аяҙытҡанда -16°, көндөҙ -1, -6°.

20 ғинуарҙа ҡайһы берҙә ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9°, көндөҙ -1, -6°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас