Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Ғинуар 2025, 12:26

Ирекмәндәр яугирҙәргә ярҙам күрһәтә

Райондың “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө бөгөн Мерәҫ ауылының ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Сөләймән һәм Батыр позывнойлы яугирҙәре менән осрашты.

Райондың “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө бөгөн Мерәҫ ауылының ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Сөләймән һәм Батыр позывнойлы яугирҙәре менән осрашты. “Түңәрәк өҫтәл” артында барған әңгәмәлә улар тылдан килгән ярҙамдың ҙур булыуына баҫым яһап, барыһына ла рәхмәттәрен белдерҙе. Яугирҙәргә Баймаҡ ирекмәндәренең оҫта ҡуллы ҡыҙҙары теккән толстовкалар, балаклава, шапкалар, плащь, билбауҙар тапшырылды. Шулай уҡ изге доғалар яҙылған бетеүҙәр тағылды.

Мерәҫ ауылы биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев, “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилиә Такаева һәм төркөмдөң оҫта ҡуллы ҡыҙҙары - Айһылыу Дауытбаева, Рафиға Ғазиналар яугирҙәргә изге теләктәрен еткерҙе.

Егеттәр рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, мотлаҡ Еңеү менән ҡайтасаҡтарын белдерҙе. Тыл хеҙмәтсәндәре һәм фронт яугирҙәренең берҙәмлеге мотлаҡ Еңеү килтерәсәк!

Ирекмәндәр яугирҙәргә ярҙам күрһәтә
Ирекмәндәр яугирҙәргә ярҙам күрһәтә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас