Новости
16 Ғинуар 2025, 03:52

"Яугирҙәр өсөн тегәбеҙ"

Мерәҫ ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәр өсөн кейем тегә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баймаҡта “Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ” республика ирекмәндәр үҙәгенең филиалы асылды. Бөгөн район ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн йылы толстовкалар, шапкалар тегеүҙе дәррәү генә башлап ебәрҙе. Мерәҫ ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Айһылыу Дауытбаева менән китапханасы Рафиға Ғазина ла был эшкә дәртләнеп тотондо. Ошо көндәрҙә улар беренсе партия толстовкаларҙы тегеп тә бөттө. 

"Киләсәктә беҙгә ярҙам итергә теләүселәр күп. Бар теләгебеҙ илебеҙгә тыныслыҡ тиҙерәк килһен һәм ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын", - ти улар.

"Яугирҙәр өсөн тегәбеҙ"
"Яугирҙәр өсөн тегәбеҙ"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас