Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Ғинуар 2025, 05:10

Бөрйәнйылға халҡы батырын данлай

Яугир Йәлил Ҡаҙаҡбаев хәтеренә саралар үтте...

Бөрйәнйылға халҡы батырын данлайБөрйәнйылға халҡы батырын данлай
Бөрйәнйылға халҡы батырын данлай

Был хаҡта Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Динар Иҙелбаев яҙып сыҡты:

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы сиктәрендә бөгөн Бөрйәнйылға ауылында Йәлил Әхтәм улы Ҡаҙаҡбаев исеменә арналған төрлө ярыштар турниры үтте.

Йәлил Әхтәм улы 1996 йылдың 15 ғинуарында донъяға килә. Махсус хәрби операция башланғас үҙ теләге менән һуғышҡа китә. "Яшка" позывнойлы егет тиҙ арала иптәштәре араһында ихтирам яулай. Өйҙә кәләше менән бәләкәс Йәсминә ҡыҙы көтөп ҡала. Әммә дошмандың аяуһыҙ утына эләгеп 2023 йылдың 30 сентябрендә һәләк була.

Ауылдашыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған сарала Ишбирҙе ауылының һәм Бөрйәнйылға ауылы ир-егеттәре үҙҙәренең таҫылыҡтарын, сослоҡтарын, етеҙлектәрен һынап ҡараны. Турникта күтәрелеү, шашка уйыны, дартс, сәпкә атыу буйынса ярыштар үткәрелде. Сара мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән йыр, шиғыр, бейеүҙәр менән биҙәлде. Яугирҙең ҡатыны Лилиә Фирғәт ҡыҙы уҡыусыларға бүләктәр таратты һәм Йәлил Ҡаҙаҡбаев исемендәге премия булдырыу теләген белдерҙе.

Бөрйәнйылға халҡы батырын данлай
Бөрйәнйылға халҡы батырын данлай
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас