Новости
15 Ғинуар 2025, 11:25

Яй йөрөһәң... штраф!

Улар арҡаһында башҡалар ғәҙелһеҙ штраф ала, тигән фекер бар...

Яй йөрөһәң... штраф!Яй йөрөһәң... штраф!
Яй йөрөһәң... штраф!

Рәсәйҙә әкрен йөрөү өсөн штрафтарҙы өс мең һумға тиклем арттырыуҙары мөмкин. Бындай тәҡдим менән Башҡортостандан Дәүләт думаһы депутаты, ЛДПР фракцияһы вәкиле Иван Сухарев сығыш яһаны. Һүҙ сәғәтенә 30 км тиҙлектә йөрөгән һәм машиналарға «Яй йөрөүсе транспорт сараһы» махсус наклейкаһын беркетмәгән водителдәр тураһында бара.

- Бындай  транспорт саралары даими рәүештә ҙур аварияларға сәбәпсе була. Шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар йыш ҡына уларҙы уҙып, ғәҙелһеҙ штрафтар ала, - ти депутат.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас