Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Ғинуар 2025, 05:15

Ялған "права" менән тотолған

Ҡатын ярты йылдан ашыу шундай таныҡлыҡ менән йөрөп, аварияға тарыған

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 43 йәшлек ҡатын һатып алған водитель таныҡлығы менән юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы ойошторған. Ҡатын ялған права менән ярты йылдан ашыу йөрөй. Ул үҙенең «Фольксваген Поло» һында аварияға атрый. Урынға килгән дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре документтарҙы тикшергәндә водитель таныҡлығының ялған булыуын асыҡлаған. Уға ҡарата эш асылған. Уны Стәрлетамаҡ ҡала суды ҡараған. Ҡатын үҙ ғәйебен таныған. Уға штраф һалынған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас