+21 °С
Болотло
Ҡуянтай ауылы халҡын бөгөн урамдарҙың яҡтырып китеүе ҡыуандырҙы. Ҡуянтай ауылының урамдарын тулыһынса яҡтыртыу буйынса оҙайлы һәм тырыш эш , ниһайәт, тормошҡа ашырылды. Яҡтыртыу буйынса республика программаһы ярҙамында район һәм урындағы бюджет саралары иҫәбенә 2 км самаһы сым һуҙылды, 57 яҡтыртҡыс ҡуйылды һәм алмаштырылды.