+21 °С
Болотло
15 ғинуарҙа Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Башгидромет мәғлүмәте буйынса төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 14 метрға тиклем көсәйәсәк. Һауа температураһы төндә -6°с, -11°с, аяҙытҡанда -16°с, көндөҙ -4°С, -9°с. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 м тиклем насарая.