БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, 2025 йылда төбәктә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звенонан алып реабилитацияға һәм халыҡҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүгә тиклемге бөтә өлкәләрен үҙ эсенә алған «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» һәм «Ғаилә» яңы милли проекттарын тормошҡа ашырыу башланды.
Был маҡсатҡа ҡаралған финанс средстволарының дөйөм күләме 8 миллиард һумдан ашып китә. Милли проекттар сиктәрендә Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын файҙаланыуға тапшырыу, 6 поликлиника төҙөү, Йылайыр үҙәк район дауаханаһында, Бөрө поликлиникаһында һәм тағы бер нисә участка дауаханаһында һәм амбулаторияларында капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ 134 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты, амбулаториялар һәм дөйөм практика табибы офистары булдырыу, 4,5 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һатып алыу, 99 санитар автомобиль һатып алыу күҙаллана.