Новости
15 Ғинуар 2025, 08:25

Илгә - еңеү! Ғаиләгә - хәстәрлек

...

2025 йылда Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына нимәләр тейеш? 

ЙЫЛЫНА 4 520 000 ҺУМ 2025 йылдың 1 ғинуарынан республика Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән ир-егеттәргә түләүҙәрҙе ярайһы уҡ арттырҙы. Хәҙер улар бер тапҡыр ике миллион һум аласаҡ, ә часка барғас, ай һайын кәмендә 210 мең һум эш хаҡы аласаҡ - аныҡ күләме званиеға һәм вазифаға бәйле. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында ғына контракт буйынса хеҙмәт итеүсе кәмендә 4 520 000 һум аласаҡ. Шулай уҡ яугирҙәргә айырым каҙаныштар - дошман техникаһын баҫып алған һәм юҡ иткән өсөн дәртләндереү саралары ҡаралған. Leopard, Abrams йәки Challenger танктарын юҡ иткән өсөн 500 мең һум түләнә, әгәр уны тартып алһалар - миллион һум. 

40-ТАН АШЫУ ЛЬГОТА ҺӘМ өҫтөнлөк
Махсус хәрби операцияла катнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төрлө льгота каралған. Улар иҫәбендә - шифаханаларға бушлай юлламалар, фатир алыуға 500 мең һумлыҡ ташлама, балалар өсөн бушлай белем алыу һәм тукланыу мөмкинлеге, транспорт һалымынан азат ителеү, социаль хеҙмәткәрҙәр тарафынан бушлай ярҙам, утын алыуға ташлама, Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге карамағындағы ҡунаҡханала  бушлай йәшәү, бушлай юридик һәм психологик ярҙам алыу. 

БЕР КӨН ЭСЕНДӘ РӘСМИЛӘШТЕРЕҮ 

Запаста торған, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үтмәгән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр (һирәк һөнәрҙәр һәм айырым осраҡтар өсөн - 65 йәшкә тиклем) хәрби контракт төҙөй ала. Рядовойҙан сержант составына тиклем контракт ваҡыты - бер йылдан күберәк, прапорщиктан офицерға тиклем - өс йылдан күберәк. 

Бының өсөн хәрби комиссариатҡа йәки «Һаҡсы» үҙәгенә (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2 йәки Элеватор урамы, 15) мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙең менән паспорт, хәрби билет (әгәр булһа), тыуыу тураһында таныҡлыҡ (шулай уҡ балаларға), белем, никах йәки уны өҙөү тураһында документтар, ИНН, СНИЛС, банк картаһы реквизиттары (мотлаҡ «МИР» түләү системаһы) булырға тейеш. 

«Һаҡсы» үҙәгендә медицина комиссияһы үтергә һәм бөтә документтарға тәүлек дауамында «берҙәмтәҙрә»режимында ҡул ҡуйырға мөмкин. Шунда уҡ банк картаһы алырға, документтарҙы тергеҙергә ярҙам итәсәктәр, бушлай йоҡлау һәм өс тапҡыр туҡланыу ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәт защитник-рб.рф сайтында йәки 7 (800) 550-55-25 телефоны буйынса. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас