Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Ғинуар 2025, 09:45

Иң көслөләр билдәләнде

Баймаҡтағы “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡала һәм район уҡыусыларының спартакиадаһы иҫәбен ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында волейбол буйынса спартакиада үтте.

Баймаҡтағы “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡала һәм район уҡыусыларының спартакиадаһы иҫәбен ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында волейбол буйынса спартакиада үтте.

Һөҙөмтәлә Темәс мәктәбенең уҡыусы малайҙар командаһы – беренсе, Ҡуянтау – икенсе, Беренсе Төркмән өсөнсө урындарҙы алды. Ҡыҙҙар командаһы араһында призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде: Темәс – беренсе, Ҡуянтау – икенсе, Аҡморон өсөнсө.

Ислам Дәүләтбирҙин (Ҡуянтау) менән Самира Исҡужина (Темәс) “Иң яҡшы уйынсы”, Сынғыҙ Рәсүлев (Беренсе Төркмән) менән Нәдиә Ҡотлоғәләмова (Темәс) – “Иң яҡшы блок ҡуйыусы”, Илдар Ниғмәтуллин (Темәс) менән Гүзәлиә Ишбулатова (Ҡуянтау) – “Иң яҡшы һөжүмсе”, Данир Сабаев (Темәс) менән Айзилә Сафина (Аҡморон) “Иң яҡшы бәйләүсе” номинацияларында билдәләнделәр.

Иң көслөләр билдәләнде
Иң көслөләр билдәләнде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас