Аҡтау ауылында тыуып үҫеп, бөгөн “Йәншишмә” гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән Зөһрә Хәкимоваға Рәсәй матбуғаты көнө уңайы менән Рәсәй Журналистар союзының иң ҙур наградаһы - «Намыҫ. Лайыҡлылыҡ. Профессионализм» Почёт билдәһе тапшырылды.
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы - үҙ һөнәренең оҫтаһы. Утыҙ бер йыл ғүмерен журналистика өлкәһенә бағышлаған. Был дәүерҙә ул республика уҡытыусылары менән генә түгел, ә уҡыусыларҙың да йөрәгенә юл табып, тығыҙ бәйләнеш булдырырға өлгәшкән. Айырыуса, Баймаҡ уҡыусыларын яҡын күрә. Уларҙың уҡыуын, һәр өлгәшен, уңышын “Йәншишмә” гәзитендә яҡтыртып бара. Ижади эштәре лә даими донъя күрә.
Зөһрә Хәкимова һәр ваҡыт үҙенең яҡты, мауыҡтырғыс идеялары менән башҡаларҙы ла эйәртергә өлгәшә. Балалар матбуғатының үҫешенә тос өлөш индергән тынғыһыҙ хәбәрсе төрлө көнүҙәк мәсьләләрҙе яҡтырта. Һәр бер геройының күңел торошо менән йәшәй ул. “Йәншишмә” гәзитендә махсус хәрби операция тураһында «Мин – әсәй янында, ә атай, ағай – ил һағында» акцияһын ойошторған. Яугирҙар тураһындағы мәҡәләләрендә илһөйәрлек, йәш быуынға ерһөйәрлек, телһөйәрлек, ватансылыҡ орлоҡтары, әҙәп-әхлаҡ, иман сатҡыһы һала.
Рухлы хеҙмәттәшебеҙгә яңы ижади проекттар, ҙур уңыштар теләйбеҙ!