Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Ғинуар 2025, 12:55

Аттестаттар тапшырыу көнө билдәле булды

Туғыҙынсыларға аттестат – 27 июндә, ун беренселәргә 28 июндә тапшырыла...

Аттестаттар тапшырыу көнө билдәле булдыАттестаттар тапшырыу көнө билдәле булды
Аттестаттар тапшырыу көнө билдәле булды

Башҡортостанда туғыҙынсы һәм ун беренсе класты тамамлаусылар өсөн Һуңғы ҡыңғырау шәмбе, 24 майҙа, яңғырай. Был турала республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.

Туғыҙынсыларға аттестат – 27 июндә, ун беренселәргә 28 июндә тапшырыла.

Быйыл Башҡортостанда 9-сы класты – 50 меңдән ашыу, ә 11-се класты 15,5 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай. Шулай уҡ ун беренсене тамамлаусы уҡыуҙағы  ҡаҙаныштар беренсе йәки икенсе дәрәжә өсөн миҙал алырға мөмкин. Беренсеһе – алтын, икенсеһе – көмөш.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас